Сәләм биргән – мең сауаплы 21 ноябрь –Бөтә донъя сәләмләү көнө


 Сағыштырмаса яңыраҡ билдәләнә башлаған  Бөтә донъя сәләмләү көнө, баҡтиһәң, ҡырҡ йылдан ашыу элек ҡабул ителгән икән.  1973 йылда “һалҡын һуғыш” киң йәйелдерелгән осорҙа, ағалы-ҡустылы ике американлы Маккомак яңы байрам – Сәләмләү көнөн уйлап сығарған. Шул йылдың 21 ноябрендә улар Ер шарының төрлө төбәктәренә тик изге теләктәрҙән генә торған сәләм хаттары ебәргән. Шарт буйынса хат алыусы ошондай уҡ йөкмәткеле хатты кәмендә ун кешегә ебәрергә тейеш булған. Был күренеш тиҙ арала бөтә Ер шарына таралған һәм ошо көндән төрлө милләт кешеләре, төрлө һөнәр эйәләре, йәше-ҡарты бер-береһен сәләмләй, матур теләктәрен еткерә икән.
 Сәләмләшеүгә мосолмандарҙа айырыуса ҙур иғтибар бирелә, улар, ғәҙәттә, бер-береһе менән ҡул бирешеп күрешә. “Ике мосолман ҡул бирешеп күрешкәндә, ҡулдары бер-береһенән айырылғанға тиклем уларҙың кескәй гонаһтарының бөтәһе лә ярлыҡаныр”, -тигән Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм.
 Сәләм биреү 70 сауап менән бүләкләнә. Сауаптарҙың 69-ҙы – беренсе булып сәләм биргән кешегә, береһе сәләмгә яуап ҡайтарған кешегә була.
 Күреүегеҙсә, сәләмләшеү – ябай ғәҙәт кенә түгел, көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡабатланған иҫәнләшеү һүҙҙәренең мәғәнәһе ҙур.
 Элегерәк кешеләр бер-береһенә таныш-тоноштары аша сәләм ебәрер булған. Хәйер, был күренеш әле лә һаҡланған. Һинең аша сәләм ебәргәндәр икән, һин уны оҙаҡҡа һуҙмай тәғәйен кешеһенә еткерергә лә тейешһең. Баҡтиһәң, үҙ мәлендә (онотолопмо, иғтибарһыҙлыҡ  йә иһә аңлы рәүештәме, башҡа сәбәп менәнме) тапшырылмаған сәләм кеше иңенә оло бурыс булып ята икән.
 Зиләрә:
– Сәләм биреү кәрәклеге тураһында изге Ҡөрьәндә яҙылған. “Әс-сәләм” һүҙенең ғәрәп теленән тәржемәһе – “Тыныслыҡ, именлек, һаулыҡ”, был һүҙ Аллаһы Тәғәләнең 99 исеменең береһе (“Тыныслыҡ һәм именлек бүләк итеүсе”). Кешене сәләмләп, беҙ уға һаулыҡ, именлек теләйбеҙ, тимәк, сауап та алабыҙ. “Сәләм” һүҙе сәләмәтлек һүҙенә оҡшаған, ә “Һаумыһығыҙ” һаулыҡ һүҙенән алынған.
 Бөтә донъя сәләмләү көнө сәләмләшеү бер ябай ғына ғәҙәт булмаһын, ә беҙҙе уратып алған мөхиткә ҡарата изге һәм йылы мөнәсәбәтебеҙҙе лә сағылдырһын өсөн иҫкәртеү булараҡ билдәләнер, тием. Кешеләрҙе генә түгел, ауыл, урман, йылға-тауҙарҙы ла сәләмләү сауаплы, сөнки улар ҙа йәнле. Шуға ябай итеп түгел, ә ихласыраҡ, бар күңелеңде һалып сәләмләшеү кәрәктер. Бер хәҙистә лә әйтелә бит: кешегә ни теләһәң, фәрештәләр ҙә Аллаһтан һиңә шуны һорар. Кемдер берәү аша сәләм ебәрһә, еңел-елпе түгел, ә рәхмәтле булып ҡыуанып ҡабул итергә кәрәк.
 Фәйрүзә:
– Мин сәләмләү үҙе менән кешегә яҡшы кәйеф, иғтибар, ниндәйҙер йылылыҡ алып килә тип уйлайым, сөнки төшөнкөлөккә бирелеп, борсоулы уйға батып йөрөгән саҡта һиңә берәйһе килеп: “Сәләм!” йә “Һаумы!” тип өндәшһә, шунда уҡ кәйеф күтәрелеп, борсолоуҙар онотолоп китә, йөҙҙә йылмайыу барлыҡҡа килә .
Ләйсән:
– Был көндө күптән һәм күптәр билдәләйҙер, тип уйлайым. Көндөң тарихына күҙ һалғанда, ағалы-ҡустылы ике американлы, бөтә илдә тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ булыуын теләп, уйлап сығарған.
Изге маҡсатлы был көнгә беҙ ҙә ихлас ҡушылайыҡ, бер-беребеҙҙе сәләмләп, изге теләктәребеҙҙе еткерәйек.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.