Category Archive: календарь

Сәләм биргән – мең сауаплы 21 ноябрь –Бөтә донъя сәләмләү көнө

 Сағыштырмаса яңыраҡ билдәләнә башлаған  Бөтә донъя сәләмләү көнө, баҡтиһәң, ҡырҡ йылдан ашыу элек ҡабул ителгән икән.  1973 йылда “һалҡын һуғыш” киң йәйелдерелгән осорҙа, ағалы-ҡустылы ике американлы Маккомак яңы байрам – Сәләмләү көнөн уйлап… Continue reading

Ҡотолор әмәл бармы? 19 ноябрь – Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө

Был көн ноябрҙең өсөнсө кесаҙнаһында билдәләнә. Маҡсаты – доньяла тәмәке тартыуҙы кәметеү, табиптарҙың һәм халыҡтың был насар ғәҙәткә ҡаршы көрәшеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм үҫеп килгән быуынға тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында төрлө… Continue reading

Тауҙарҙағы шаңдау… яңғырай йөрәктәрҙә Афған еренән совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 26 йыл үтһә лә…

Ваҡыт – дауа тиҙәр. Әммә тиҫтә йылдар үткәс тә, күңелдә уңалмай торған яралар була. Күптән инде ит үргән тән йәрәхәттәренән айырмалы, йөрәктәге был яра ваҡыт-ваҡыт бәғерҙәрҙе аҡтара, йөрәкте телгеләй. Афған һуғышында улдарын юғалтҡан… Continue reading

Тарихтың мәңгелек бите… М.Ю.Лермонтовтың тыуыуына 200 йыл тулды.

 Мәшһүр шағир Ғабдулла Туҡайҙың 1905-1906 йылдарҙа яҙылған “Бер татар шағирының һүҙҙәре” шиғырында шундай юлдар бар: Пушкин илә Лермонтовтан үрнәк алам, Әкрен-әкрен юғарыға үрләп барам; Тау башына менеп ҡысҡырмаҡсы булһам, Бейек ер бит, йығылырмын… Continue reading

Исемең – билдәһеҙ, батырлығың – үлемһеҙ 3 декабрь – Билдәһеҙ һалдат көнө

Исемең – билдәһеҙ, батырлығың – үлемһеҙ 3 декабрь  – Билдәһеҙ һалдат көнө 2013 йылда “Поисковое движение России” тип аталған һәм Ватанды һаҡлауҙа һәләк булғандар иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эш алып барған Дөйөм Рәсәй ижтимағи… Continue reading

30 октябрь – Сәйәси репрессия ҡорбандарын иҫкә алыу көнө Нахаҡ репрессия ҡорбандары

1937 йылдың йәйендә Өфөнән – Йылайырға осоусы “У-2” почта самолетының  пропеллере һауала кителә, Юлдыбай зыяратына килеп төшә. Был турала телефон аша Өфөгә хәбәр итәләр. Өфөнән самолетты ҡарауылларға ҡушалар һәм иртәгә иртә менән ярҙамға… Continue reading

Кәрәкле хеҙмәт

1 ноябрҙә Суд приставтары үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй, быйыл был хеҙмәткә 149 йыл тула. 2005 йылдан үҙаллы дәүләт органы статусы алған хеҙмәттең 2009 йылдан һөнәри байрамы ла барлыҡҡа килде. Ошо һөнәр эйәләре, уларға… Continue reading

Уңғандар ҙа, тырыштар ҙа, һәләтле лә юлсылар! 19 октябрь – Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө

Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри  байрамдарын  яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршылай. Уңыштар төрлө тармаҡтарҙа ла бар. Әлеге мәлдә мөһим һәм ҡатмарлы объекттарҙың береһендә – Хоҙайбирҙин – Ялсы—Вәлит – Йомағужа – Үрге Бикҡужа автомобиль… Continue reading

Рәсәй – бөйөк ил, Башҡортостан – уның бөйөк төбәге

 12 октябрь – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимны һәм гербы ҡабул ителгән көн (1993).  Дәүләт символикаһы тураһында һүҙ алып барғанда ҡасандыр Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың әйткәне урынлы булыр һымаҡ.  – Башҡортостандың Конституцияһы бар.… Continue reading

Икенсе әсәй кеүек ул!

Уҡытыусы тигән юғары исемде йөрөтөүселәр араһында Мораҡ башҡорт гимназияһының химия уҡытыусыһы, беҙҙең класс етәксебеҙ Лидия Арыҫланова ла бар. Ул – ижади шәхес, эске күңеле бай кеше. 11-се класты тамамлауыбыҙға йылдан ашыу ваҡыт уҙһа… Continue reading

Йәш музыканттар – буласаҡ йондоҙҙар 1 октябрь-Халыҡ-ара музыка көнө

Был көндө билдәләү тураһында ҡарар Лозанна ҡалаһында ҡабул ителә. Ул бөтә донъяла 1975 йылдан алып билдәләнә. Халыҡ-ара музыка көнөн булдырыу һәм билдәләү мәсьәләһен иң беренселәрҙән булып композитор Дмитрий Шостакович күтәрә. Зәйнәб Биишева исемендәге… Continue reading

Урман шаулап үҫһен өсөн көстәрен йәлләмәйҙәр

 21 сентябрҙә урмансылар үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Ошо уңайҙан “Күгәрсен урмансылығы” дәүләт бюджет учреждениеһы директоры – баш лесничий Әлмир Әбделмәнов менән осрашып һөйләштек.  – Беҙҙең райондың 40 процентын урман биләй. Беҙгә бик ҙур… Continue reading