Үҫешеү, үҙ өҫтөңдә эшләү – уның тормош девизы


Халыҡ-ара студенттар көнө алдынан беҙ яңы традицияға нигеҙ һалдыҡ –уңышлы уҡыған һәм уҡыуҙарын эш менән берләштергән район студенттары менән таныштырасаҡбыҙ. Тәүге мәҡәләбеҙҙә Күгәрсен районы студенттарын берләштереүселәрҙең береһе – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенты Айгөл Байназарова тураһында һүҙ йөрөтөрбөҙ.

Байназарова Айгуль (2)Айгөл Мораҡ башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Псәнчина етәкләгән “Тамсылар” түңәрәгендә шиғыр, төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрҙе яҙыу нескәлектәренә төшөнгән, уҡыуҙа ла яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән. Өлкән кластарҙа башҡорт теле, химия, биология фәндәре буйынса уҙғарылған республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында һәм конференцияларҙа ҡатнашҡан, шул уҡ ваҡытта район һәм республика гәзиттәре менән хеҙмәттәшлек итеп тә өлгөргән. Мәктәптәге ҡаҙаныштар уны шәхес булараҡ формалашыуға ярҙам иткән. Юғары белем артынан ҡайҙа барырға тигәндә, Башҡорт дәүләт медицина университетын һайлай, тик бер ай ҡалғас, һайлаған урынға бармай, үҙен журналистикаға бағышларға теләк белдерә.
Университеттағы тәүге уҡыу аҙнаһы йәш ҡыҙға яңы тәьҫораттар һәм яуаплылыҡ өҫтәй: ул төркөм старостаһы тип һайлана, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уның эшен ойоштора. Айгөл был эштә генә туҡталып ҡалмай, университетта әхирәттәре менән бергә подкастинг программаһын  тормошҡа ашыра башлай. Программа университет радиоһын хәтерләтә. Эшмәкәрлеге уларға уңыш килтерә, проектты күрһәтер өсөн улар хатта Мәскәүгә лә барып ҡайталар, юғары баһаланалар. Айгөл үҙен ижади йүнәлештә үҫешеүсе кеше тип күрә, шуға күрә икенсе курста уҡ “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһына эшкә керә. Әлеге ваҡытта ул үҙенең тапшырыуҙарын башҡорт телендәге “Юлдаш+” радиоһында алып бара, башҡорт эстрада йондоҙҙары менән осрашыуҙар ойоштора. Уҡыуҙан тыш йәш ҡыҙ үҙе лә төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, йырларға ярата, концерттар алып бара. Иң иҫтә ҡалғандарының береһе – 1 сентябрҙә Өфөлә С.Юлаев майҙанында үткән “Юлдаш” радиоһы ойошторған “Сәләм, студент!” сараһы.РАДИК ЮЛЪЯҠШИН МЕНӘН РАДИОЛА ОСРАШЫУАйгөл төрлө яҡлап үҫешеү маҡсаты менән йәшәй. Сит телдәрҙе өйрәнеүҙе хуп күрә. Мәҫәлән, беренсе курстан алып француз телен үҙләштерә. Был телде ул үҙәнсәлекле һәм тормошта кәрәк буласаҡ тип һанай. Студент тормошоноң сағыу ваҡыты “Кесе Эйек” яҡташтар ойошмаһы менән бәйле. Быйыл Айгөл ойошманың рәйесе тип һайланды. “Кесе Эйек” составы үҙгәреш кисерә, хәҙер ул Күгәрсен районы хакимиәте, Йәштәр ҡоролтайы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.   
Айгөлгә ни бары 19 йәш булһа ла, уның яңы идеялары, проекттары күп, йәшәргә ашыға, яңы кешеләр менән аралашырға, үҙе өсөн яңы нәмәләрҙе асырға ярата, хыялдарын тормошҡа ашырырға тырыша.  
Хөрмәтле студенттар, һеҙҙе ысын күңелдән байрам менән ҡотлайбыҙ һәм ирешкәндәрҙә туҡталып ҡалмауығыҙҙы теләп ҡалам. Тормош һеҙҙең хеҙмәт емештәрегеҙҙе юғары баһалар. Яҡшы студенттарға эйәрегеҙ, уңышлы булығыҙ!

Лиана ӘБДРӘХИМОВА,
“Кесе Эйек” яҡташтар ойошмаһының матбуғат хеҙмәте ағзаһы, Өфө дәүләт нефть техник университетының
3-сө курс  студенты.