Ауылдарҙа Ҡаҙ өмәһе – шау-гөр килә бөтәһе


Әлмәстә ауыл биләмәләрендә фольклор байрамдары һәм йолалары фестивале сиктәрендә Ҡаҙ өмәһе булды.
Гөлзиә менән Ринат Килсенбаевтар – бына тигән йорт хужалары, татыу һәм өлгөлө, ауылдаштарының ихтирамын яулаған ғаилә. Гөлзиә Әнүәр ҡыҙы мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләһә, Ринат – “Ергән МТС-ы” “Исем” бүлексәһе механизаторы, ҡыҙҙары  башҡорт гимназияһында уңышлы уҡып йөрөй. Тырыш ғаилә шәхси хужалыҡтарында күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт та  аҫырай.   Ҡаҙ өмәһенә улар ауылдың иң уңған ҡатын-ҡыҙҙарын  саҡырҙылар. Улар араһында Айгөл Мәхмүтова, Гөлнара һәм Айгөл Килсенбаевалар, Гөлнара Күскилдина,  Әлмира, Әлфира, Гөлшат Киленбаевалар, Әлфира Табулдина, Айгөл Мәжитова бар ине.
Күңелле йырҙар йырлап, һынамыштар, юрауҙар әйтелде, йылға буйына барып, ҡаҙҙарҙы йыуып, сайҡатып, бейеп, сәйҙәр эсеп – урыны-шартына килтереп үткәрҙек байрамды. Хужабикә йола буйынса ҡаҙ итенән бәлеш бешереп, өлөш бүлеп һыйланы.
Йыйылыусыларҙы Ибрай ауыл биләмәһе башлығы Рәил Иҫәнбирҙин тәбрикләне, район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Мәҙинә Рәхмәтуллина, Альбина Григорьева, Елена Киршина байрамға ҙур баһа бирҙе. Сараны моңло гармун тауыштары менән Тимербулат Иҫәнбирҙин биҙәне. Балаларҙы атта йөрөтөп Фәнил Киленбаев ҡыуандырҙы.
Хужаларға матур байрам өсөн рәхмәттәр әйтеп, киләһе йылда ла ҡаҙҙары күп булыуын, үҙҙәренә иҫәнлек-һаулыҡ  теләнек.

Рифат ЗӘЙЕТОВ,
мәҙәни ойоштороусы.
Әлмәс ауылы.

 Ошондай уҡ сара Ибраһим ауылында ла уҙғарылды. Нарбиковтар – Рәйлә Кәрим ҡыҙы менән Муса Мәхмүт улы  күптән түгел генә үҙҙәрен мәскәүлеләр тип һанаһа, тыуған яҡтарына ҡайтҡас, ҡош-ҡорт аҫрамайса ла булмай тип, 30-ҙан ашыу ҡаҙ, өйрәк үҫтергәндәр.

DSC_0422+ DSC_0408+ DSC_0398+ DSC_0384+ DSC_0287+Юлдыбай ауыл биләмәһенең  мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ярҙамында ойошторолған был халыҡ байрамынан өмәселәр ҙә, тамаша ҡылырға килгән халыҡ та – олоһо ла, кесеһе лә ҡәнәғәт ҡалды.
Нуҡайҙа ла ҡаҙ өмәһендә булырға тура килде.DSC_0007+ DSC_0002+Миңзифа Көҫәпова:
–         Тик уңған хужалар ғына Сәйҙә һәм Риф кеүек (Байғүбәковтар – авт.) күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап үҫтереп, бына ошондай байрамдар ойоштора ала. Уңғандар күп беҙҙә: Гүзәл һәм Фәрғәт Байғүбәковтар, Гөлзар һәм Рәфис Салауатовтар, Урал Суҡбаев менән Әнүзә Әбделмәнова, Наидә һәм Артур Булатовтар, Эльза һәм Валерий Көҫәповтар һ.б.
–         Киләһе йылда ла Арбайылғала ҡаҙ бәпкәләре күп үҫһен, – тип һыуға ҡаурыйҙар ағыҙған ҡыҙҙарыбыҙ теләктәре тормошҡа ашһын!????????????????????????????????????

DSC_0134+ DSC_0163+ DSC_0178+ DSC_0183+ DSC_0260+Әлфиә Дауытова:
–         Йолаларыбыҙҙы ошолай театрлаштырып, йыр-бейеүҙәр, гармун моңдары менән байытыу үҫеп килеүсе быуын өсөн кәрәк. Ололарҙы ла йәшлегенә алып ҡайтҡандай был сара. Быуындар бәйленешен булдырыусы ла ул – ололар менән бер рәттән бала-саға ла шатлана.
     Өҫтәлдәребеҙ ризыҡтан һығылып торһон, үлән ашап йәшәгән йылдарҙы ҡабат күрергә яҙмаһын!

Зыя ҒАРИПОВ.