Ураҡ урыуҙары бик ауыр, бесән сабыуҙары – бер дәүер …


“Мораҙым” гәзитендә “Сыңла, салғым!” тигән мәҡәләне уҡып сыҡҡас (9 июль, 79-сы һан): “Ай, афарин, бар икән ҡул салғыһы менән бесән сабыу йолаһын онотмаған төбәктәр!-“ тигән ҡыуаныс һәм ҡәнәғәтләнеү тойғоһон кисерҙем. Тик республика кимәлендәге сарала 4-5  кенә район вәкилдәренең ҡатнашыуы борсолоу тыуҙырҙы. “Онотоламы икән ни был боронғо ауыл йолаһы, ҡайҙа булған һуң ул элекке замандарҙағы бесән мәлендәге алмаштырғыһыҙ эш ҡоралы – сыңлап торған ҡул салғылары,”- тигән уй баштан йүгерҙе. Дөрөҫ, һәр ауылда шәхси хужалыҡтарҙа гөрләп ултырған техника барҙа был ҡара тир түгеп эшләй торған ҡара эште тергеҙеүҙең кәрәге бармы һуң, был боронғо заманға кире ҡайтыу түгелме икән, тиеүселәр булыр. Тик, икенсе күҙлектән ҡарағанда, үтә төпкөлгә төшмәйенсә, 30-40 йылға артҡараҡ ҡараһаҡ, ҡул салғыһы менән оҫта бесән сабыусы ир-ат  ауылдағы иң абруйлы, иң эшлекле, егәрле кеше һанала ине бит. Был, беҙ уйлағанса, үтә лә ябай хеҙмәт түгел, ә ҙур оҫталыҡ, көс, ғәйрәт, быуындарҙың ныҡлығын, таһыллыҡты һынай торған оло, кәрәкле эш һанала ине. Быларҙан тыш салғының ниндәй материалдан эшләнеүе, тауышы, сыңы, дөрөҫ һапланыуы, тотҡаһының кәрәкле бейеклектә урынлашыуы, салғының ҡырын ятышы, уның дөрөҫ тапалыуы, дөрөҫ янылыуы, яныуыстың сифаты ҙур роль уйнай. Сапҡанда салғысының кәүҙәһен дөрөҫ тотоуы ла бесәнсенең оҫталығын күрһәтә. Ошоларҙан сығып, һәр ир заты ла оҫта салғысы була алмай. Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ араһында ла оҫта сабыусылар бар, тик бесән сабыу ул ҡатын-ҡыҙ эше түгел, тигән фекерҙәмен.

я яяяяМин үҙем 60-сы йылдарҙан уҡ, бәләкәйҙән, атайым менән бесәнгә йөрөп ҡул салғыһына өйрәндем. Атайым, Сыңғыҙов Ишбулды, Туйөмбәт ауылында иң оҫта бесән сабыусыларҙың береһе ине. Унан башҡа Ишкинин Кәрәм һәм Рифүл, Кәримов Әбделхай, Сәлимов Ғәлиән, Ишмөхәмәтов Фәйзулла ағайҙар, Айбасовтар, Азаматовтар, минең ҡустылар Юлай менә Даурат тиҫтәләрсә йыл салғынан айырылманыҡ һәм атайымдан ҡалышмай инек.
Хоҙайбирҙин ауылында төпләнеп  эш башлағанда, 70-80-се йылдарҙа, бесәнде төп рәүештә ҡул салғыһы менән әҙерләргә тура килде. Тик тигеҙ, ҡылғанлы яландарҙы ғына колхоз тракторы бушағас сабып бирер ине. Хоҙайбирҙинда ла оҫта алғысылар – Вәлитов Мәлик, Әбйәлилов Әхәт, Ишҡоловтар, Хоҙайбирҙиндар, Ғайсиндар, Яппаровтар, Садиҡовтар, Күсәрбаевтар менән күп тапҡырҙар бесән сабырға тура килде. Бесәндең бит иң һәйбәте, һутлыһы, япраҡлыһы, йәше трактор салғыһы барып етмәҫ ерҙә: соҡор буйҙарында, ҡырын ерҙә, ағас, ҡыуаҡлыҡ төптәрендә, ҡуйы урындарҙа ҡала.Әйҙә, сыңлат ҡына салғыңды!
Салғы тотҡан кеше сиргә тиҙ бирешеп бармай, ныҡлы, һау була.
Минең өйҙә бөгөндән эшкә тотоп сығырлыҡ 6 салғы бар. Улар бер йыл да эшһеҙ торғаны юҡ. Өс улым да, оло ейәнем дә, кейәүем дә уларға буш торорға мөмкинлек бирмәй. Ҡатыным Фәһимә лә йәшерәк сағында беҙҙән ҡалышмай бесән саба торғайны.
Ҡул менән бесән сабыуҙар онотолоп, тарих төпкөлөндә ҡалмаһын  ине. Ә бит уны йыл да үткәрелеп килгән һабантуй программаһына индерергә була. Ат егеү буйынса ярыш үткәрелә бит, унда ҡул салғыһына ла урын табылыр ине. Яҙ үлән йәш әле тиһәләр, ҡырмыҫҡалыларҙан өлгө алып, йәй уртаһына ла, бесән өлгөрөүгә ҡалдырырға була – ҡайсан үткәрелеүенә ҡарамай, бик фәһемле һәм файҙалы сара булыр ине. Бөтмәгәндер бит районыбыҙ ауылдарында Хәйҙәр Миңлебаев һәм Миңһылыу Ибраһимова кеүек оҫталар. Тиҫтәләгәне табылыр ине. Был турала ҡул салғыһына битараф булмаған ир-ат фекерен белге килә.
Был материалды редакцияға ебәрер алдынан ғына “Йәшлек” гәзитендә  “Ярыш сәмле барҙы” мәҡәләһендә (10 июль, 27-се һан) Ейәнсура районының Самаҙы ауылында  ҡатын-ҡыҙҙар араһында бесән сабыу буйынса үткән бәйге тураһында уҡыным. Ә беҙҙең район ауылдары уларҙан кәмме ни?

Салауат СЫҢҒЫҘОВ.
Хоҙайбирҙин ауылы.

Advertisements